Киләсәкте хәл иткән күпер31.12.2018
Йырҙарҙа йырланған Ҡаҫмарт йылғаһы аша күпер һалына башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә уны асыу тантанаһы булды. Оло ваҡиғаны яҡында урынлашҡан Ейәнсура районының Сәғит ауылы ғына түгел, ә эргә-тирәләге тағы ла ете ауыл кешеләре Яңы йыл алдынан ҙур бүләк итеп ҡабул итте.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, быға ябай ғына күҙлектән ҡараш ташларға ярамай, ул - тотош төбәктең һәм Байыш ауылы биләмәһенең киләсәген хәл иткән күпер. Ғөмүмән, мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, ғаиләләрҙе хәстәрләү, эш урындары булдырыу.

Тантанала шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсуриндың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Күперҙең оҙонлоғо – 102 метр, уның тирә-яғы тәртипкә килтерелгән.


Вернуться назад