Бөгөн күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында күп ҡатлы торлаҡ йортта газ шартлаған. 6 -сы һәм 7-се подъездар араһындағы өсөнсө ҡаттан унынсыға тиклемге арауыҡ емерелеп төшкән. 48 фатир зыян күргән, уларҙа 110 кеше йәшәгән була.
Әлегә ике өлкән кешенең, бер баланың һәләк булыуы билдәле. Тиҫтәләгәне дауаханаға оҙатылған. Ҡотҡарыусылар емереклектәрҙе тикшереүҙе дауам итә.
Йорттоң башҡа халҡы яҡындағы ике мәктәпкә эвакуацияланған. Өлкә губернаторы һәм Магнитогорск мэры урынға килгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 469 кеше һәм 66 техника берәмеге йәлеп ителгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны эшләй - 8 (351) 239-99-99.