“Етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы, ошо көндәрҙә 20 ҡыҙ һәм егет фатир асҡысы алып ҡыуанды. Уларға Яңы йыл бүләген Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев тапшырҙы. Етемдәр яңы төҙөлгән өс ҡатлы йорттан фатир алды.
Фәнис Әминев әйтеүенсә, йәштәр араһында медицина колледжында белем алыусылар, буласаҡ педагогтар, эшселәр һәм Магнитогорск ҡалаһында хеҙмәт юлын башлаған табип-терапевт та бар. Әйткәндәй, уҡыуҙарын тамамлап, ҡулдарына диплом алғас, фатир хужалары тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға теләк белдерҙе. Уларҙың һүҙҙәренә табип-терапевт та ҡушылды. Тимәк, яҡын арала районда киҫкен торған проблемаларҙың береһе - табиптарҙың етешмәүе - бер аҙға булһа ла хәл ителәсәк.