Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда Сибай ҡалаһының Никах һарайында бәхетле парҙар үҙҙәренең 50 һәм 60 йыл бергә йәшәүен билдәләне.
Был көндә гәүһәр туйҙарын билдәләгән алты пар, ярты быуат иңгә-иң терәп йәшәгән һигеҙ ғаиләгә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы һәм тантана “геройҙары”на изге теләктәр теләп, үҙҙәренең татыу, матур йәшәүҙәре менән йәштәргә өлгө булыуҙарын белдерҙе.
- Һеҙ - ысынлап бәхетле һәм матур парҙар. Тормошта бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, яҡлап һәм һаҡлап йәшәүегеҙ менән, балалар үҫтереп, бөгөн хәстәрлекле олатай һәм өләсәй булыуығыҙ менән күптәргә өлгө булып тораһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәт хистәрен һаҡлап ҡалғанһығыҙ, ҡала тормошона тос өлөш индергәнегеҙ өсөн оло рәхмәт, - тине Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Тантаналы сара бәхетле парҙарҙың вальс бейеүе менән тамамланды.