“Космос”лы йылайырҙар30.12.2018
Яңы йыл мөғжизәләре дауам итә. Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә 3D форматлы кинотеатр асылды. 50 кешегә иҫәпләнгән залда рәхәтләнеп кино ҡарау мөмкинлеге булдырылған: йомшаҡ креслолар, сифатлы тауыш акустикаһы һәм ҙур экран. Йылайырҙарға хәҙер кино ҡарау өсөн Ырымбур өлкәһенә йәки Өфөгә, Сибайға йөрөү кәрәкмәй...

Яңы асылған кинотеатр “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты.

“Космос”ты йылайырҙар үҙ итеп тә өлгөрҙө: бында фильм һәм йәнһүрәттәрҙең премьераһы күрһәтелде. Оҙайлы Яңы йыл каникулын балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә заман талаптарына яуап биргән яңы кинотеатрҙа үткәрәсәгенә ышаныс ҙур.


Вернуться назад