Фажиғәлә ике яҡташыбыҙ һәләк булған30.12.2018
Ханты-Манси автономиялы округының Нефтеюганск районында ҡурҡыныс авария теркәлә: «МАЗ» йөк машинаһы һәм автобус бәрелешә. Һөҙөмтәлә 24 кеше тән йәрәхәттәре ала, алты кешенең ғүмере өҙөлә. Һәләк булғандар араһында ике кеше – Өфө ҡалаһынан.

Урындағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йөк машинаһы шоферы әлегә билдәһеҙ сәбәп арҡаһында ҡаршы хәрәкәт ағымына сыға һәм автобусҡа барып бәрелә.

Автобуста «Роснефть» йәмғиәтенең Нефтеюганск филиалындағы «РН-Бурение» ойошмаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәр булған.



Вернуться назад