Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Йәрмәкәй районы Спартак ауылында булды. Сәфәр барышында урындағы табип амбулаторияһына ремонт кәрәклеге асыҡланды.
Бина 1991 йылда төҙөлгән. Ошо ваҡыт эсендә ул иҫкерә, емерелә башлай һәм капиталь ремонт талап итә.
Амбулатория эргә-тирә ауылдарҙан 1125 кешене хеҙмәтләндерә. Терапевт Рубика Вәлиәхмәтова бында йылдан ашыу эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, ул Спартак ауылына ғаиләһе менән күсеп килә.
- Миңә бында йорт бирҙеләр, эшләү һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырҙылар. Дауаханабыҙҙа нимә кәрәк, барыһы ла бар, - тине ул төбәк етәксеһенә.
Радий Хәбиров ҡаланан ауылға кешеләрҙе дауалау өсөн күсеп килгән табиптарҙың хеҙмәттәштәренә өлгө булып тороуын билдәләне.