«Яңы йылды, хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙың күплегенә ҡарамаҫтан, мөғжизә көткән яҡшы кәйефтә ҡаршылайым», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һорауҙарына яуап биреп.
Уның һүҙҙәренсә, сәфәрҙәр, төбәктең төрлө ҡалаларында һәм райондарында кешеләр менән осрашыуҙар күп булған. Уларҙа халыҡ бихисап мәсьәләләр күтәргән.
«Тик беҙ Яңы йылда проблемалар тураһында ғына түгел, күҙгә-күҙ ҡарашып беҙҙең ғаиләләр хаҡында һөйләшергә, байрам табыны артында эскерһеҙ мөхиттә аралашырға тейешбеҙ. Шуға күрә минең кәйефем яҡшы, ә бөгөнгө физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы кеүек ваҡиғалар уны тағы ла йәмлерәк итә», — тине Радий Хабиров.