Һау бул, мәктәп!25.05.2012
Һау бул, мәктәп!Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Көмөш ҡыңғырау сыңы XI класты тамамлаған 27 меңдән ашыу һәм IX класты бөткән 43 меңдән ашыу уҡыусыны оло тормош һуҡмағына сығара. Ялҡытҡыс оҙон дәрестәр, күңелле тәнәфестәр, талапсан уҡытыусылар... Һуңынан бик һағындырасаҡ, күңел түрендә онотолмаҫ хәтирә булып һаҡланасаҡ әле был мәлдәр!
Кинйәбулат урта мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары ла был көндө һағыш һәм тулҡынланыу аша кисерә.
— Күңелем менән оло тормошҡа аяҡ баҫҡанымды аңлаһам да, хистәрем тынғы бирмәй. Мәктәбемде бик һағынырмын инде. Уҡытыусыларым, дуҫтарым, класташтарым... Көн дә һинең яныңда булған, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрем менән айырылышыуы ауыр. Уҡытыусыларыма мең рәхмәт, уларҙың йөҙөндә һәр ваҡыт яҡлаусыбыҙҙы, һаҡлаусыбыҙҙы күрҙек, — ти XI класс уҡыусыһы Эльвина Ғәниева.
— Ә уҡырға ҡайҙа барырға теләйһең? — тип ҡыҙыҡһынам ҡыҙҙан.
— Бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡмын. Ишембайҙағы музыка мәктәбен тамамланым. Шуға киләсәк тормошомдо сәнғәт өлкәһендә күрәм, — тине ул.
Һау бул, мәктәп!Әйткәндәй, Эльвинаны Кинйәбулат мәктәбенең “йондоҙо” тиһәк тә хата булмаҫ. Һәләтле ҡыҙ бик күп конкурстар лауреаты, төрлө ярыш, бәйгеләр еңеүсеһе. Эльвинаның класташтары Марина Недостасова менән Булат Хәлимов та киләсәктә үҙҙәрен юғары белемле белгес булараҡ күрә: Марина Башҡорт дәүләт университетының юридик, ә Булат география факультетына бармаҡсы.
Быйыл Кинйәбулат мәктәбендә XI класты — өс, IX класты 15 уҡыусы тамамлай. Ун беренселәрҙең класс етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Ләйсән Килмөхәмәтова әйтеүенсә, балаларҙың һәр ҡайһыһы һәләтле. “Быйыл IX кластан һуң ун бала мәктәптән китергә теләк белдерҙе. Күптәре училище, колледждарға бармаҡсы. Айһылыу Шәмсетдинова, мәҫәлән, белемен Өфө сәнғәт училищеһында камиллаштырмаҡсы. Ҡыҫҡаһы, һәр ҡайһыһы маҡсатлы, тырыш. Иң мөһиме: Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, киләсәктә яратҡан һөнәрҙәрен үҙләштереп, Тыуған илгә лайыҡлы граждандар булып үҫһендәр һәм тормошта үҙ урындарын тапһындар”, — ти ул.
Ғөмүмән, Кинйәбулат урта мәктәбе районда иң көслө белем усағы һанала. Директор Шайморат Ғиниәтуллиндың булдыҡлылығынан, тырышлығынан эҙләргә кәрәк бының сәбәбен. Мәктәптә уҡыу-уҡытыу, тәрбиә мәсьәләһе юғары кимәлдә ҡуйылған. Рух, милләт, тел төшөнсәһе көндәлек тормоштан айырылғыһыҙ. Әйткәндәй, кинйәбулаттар “Башҡортостан” гәзитенең дә күптәнге тоғро дуҫтары. Әле лә “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға” акцияһына дәррәү ҡушылғандар — гәзиттең биш тапҡыр сыҡҡан һанына яҙылып та ҡуйғандар!
Һуңғы ҡыңғырау яңғырай... Хәйер, һуңғыһымы икән? Яҡты тормош юлына оҙатыусы, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә, бейегерәк еңеүҙәргә этәреүсе сираттағыһы ғына ул, минеңсә.
А. МИҢЛЕЙӘРОВА.
Ишембай районы.


Вернуться назад