Еңеүҙең юбилейына әҙерлек башланды30.12.2018
1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығын әҙерләү һәм үткәреү буйынса эшмәкәрлекте яйлау маҡсатында Башҡортостанда ойоштороу комитеты төҙөлдө. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.

Ул үҙе ойоштороу комитетын етәкләй, ә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев комитет рәйестәше итеп тәғәйенләнде.

Республиканың ойоштороу комитетына "Еңеү" Рәсәй ойоштороу комитеты менән берлектә 2019 йылдың 28 февраленә тиклем саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға йөкмәтелде.





Вернуться назад