Ул ғүмер буйы тыуған районына эшләгән30.12.2018
Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ултырыштар залында ошо төбәктең почетлы гражданы Раил Әбдрәшитовты 80 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар. Ул районға 24 йыл етәкселек иткән.

Раил Абдулла улының бөтә тормош юлы Көйөргәҙе районына һәм уның халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов, муниципаль район Советы рәйесе Леонид Богатырев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мария Рыбалкина менән Нәзилә Кашапова, Күмертау ҡалаһының ветерандар советы рәйесе яҙыусы Закир Әҡбәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов ветеранға изге теләктәрен еткерҙе.



Вернуться назад