Балтастарға тағы бәхет йылмайҙы. Үҙәк район дауаханаһына “ГАЗ” маркалы (“Соболь”), А класындағы ашығыс ярҙам автомобиле тапшырылды.
Уҙған аҙнала ғына дауаханаға өр-яңы “ГАЗель” автомобиле бирелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Махсус техника автопаркын тулыландырған яңы машинаға тәжрибәле механик Зәбир Абдуллин идара итәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған “Ашығыс ярҙам” машиналары ҡайтарылыуына бик шат.
— Тәүлегенә уртаса 20—25 тапҡыр тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә сығырға тура килә, ә киҙеү осоронда саҡырыуҙар тағы ла арта. Шуға күрә өр-яңы машиналарҙың алыныуы халыҡҡа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға булышасаҡ, — ти юғары категориялы фельдшер Фәғилә Әҡсәнова.