Өс мәктәп автобуслы булды30.12.2018
Федоровка районының өс мәктәбенә “Мәктәп автобусы” программаһы сиктәрендә “ПАЗ” һәм “ГАЗ Next” маркалы автобустар асҡыстары тапшырҙылар. Улар уҡыусыларҙы мәктәпкә һәм кире ауылдарына уңайлы, хәүефһеҙ шарттарҙа йөрөтөү мөмкинлеге бирә.

Һәр транспорт сараһы тейешенсә йыһазландырылған – ашығыс сигнал төймәһе, хәүефһеҙлек ҡайыштары, янғын һүндергес, аптечка бар, ялтлап янған “маяҡ” ҡуйылған.


Вернуться назад