Салют хәүефһеҙ түгел!30.12.2018
Туймазы ҡалаһы магазиндарының береһендә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре хәүефле тауар һатылыуын асыҡлаған, ул сауҙанан алынған.

Яңы йыл байрамдары ваҡытында фейерверк һатыусыларҙың эшмәкәрлеге айырым күҙәтеү аҫтына алына, сөнки сифатһыҙ тауар ҡулланыу төрлө фажиғәләргә килтереүе ихтимал. Салют һәм петардалар ҡыҙыҡ һәм матур күренеш булып тойолһа ла, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә, ул һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтергән зыянлы ғәмәлгә әйләнә. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, тап ошо арҡала Стәрлебашта һәм Яңауылда ике янғын сыҡҡан, Асҡында бер бала тән йәрәхәттәре алған.


Вернуться назад