“Ижтимағи электрон гәзит” сайтында онлайн-конференциялар дауам итә. Ошо көндәрҙә һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Әлфис Ғаязов яуап бирҙе.
Күпселекте милли-төбәк компоненты, атап әйткәндә, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе борсой. Әлфис Суфиян улы әйтеүенсә, закон буйынса федераль һәм төбәк компоненттары нисбәте 80 һәм 20 процент тәшкил итә. Ошонан сығып, уҡытыу планы төҙөлә.
— Законға ярашлы, һәр предмет Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн етерлек күләмдә өйрәнелә, — тине ул.
“Ижтимағи электрон гәзит”те уҡыусылар ауылдарҙа аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу мәсьәләһен дә ҡуҙғатты.
— Бөтәһе лә йән башына ҡарап финанслауға бәйле хәҙер. Мәктәптең булыу-булмауы балалар һанына ҡарай. Икенсенән, мәғариф учреждениеһы тейешле кимәлдә эшләһен өсөн унда кәм тигәндә 18 уҡытыусы булырға тейеш. Миңә ҡалһа, ата-әсәләр үҙҙәре үк балаларының яҡшы мәктәптә уҡыуын теләй. Беҙ иһә мәсьәләне ҡулдан килгәнсә ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Ошо йәһәттән былтыр ғына 169 мәктәпкә автобус бирелде, — тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе министр.
Бихисап һорау Республика башҡорт лицей-интернаты хаҡында борсолоуҙарға бәйле булды. Һүҙ уҡыу йортон ябыу хаҡында бармай, тип ышандырҙы Әлфис Ғаязов. Әлеге ваҡытта белем усағын ваҡытлыса “күсереү” мәсьәләһе хәл ителә, сөнки, экспертизаға ярашлы, бина йүнәтергә яраҡһыҙ, ә яңыһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү мөмкин түгел. Киләһе уҡыу йылында балаларҙы Өфөнөң 5-се лицейы һәм ҡаланың һөнәри-техник училищеларының береһе ҡабул итәсәк.
Дөйөм алғанда, онлайн-конференция барышында Әлфис Ғаязовҡа 60-ҡа яҡын һорау бирелде. Уларға яуапты “Ижтимағи электрон гәзит”тең сайтында (www.i-gazeta.com) уҡырға була. Ә конференцияның барышын “Архив” рубрикаһында ҡабаттан ҡарарға мөмкин.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.