Киләһе йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаһына түләүгә ташлама алыу өсөн «мохтажлыҡ кимәле» индерелергә тейеш ине. Уға ярашлы, ғаиләнең һәр ағзаһына иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан да юғары булмаған килем алған ғаиләләр генә компенсацияға иҫәп тота аласаҡ.
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә, килем күләменә ҡарамай, һәр ғаиләгә ярҙам күрһәтеләсәге, компенсацияны барыһы ла аласағы тураһында белдерҙе. Бының өсөн бюджеттан бер миллиард һум бүленгән.