Ҡыш бабайҙарға ял юҡ30.12.2018
Мишкә районында ла аҡ һаҡаллы, ҙур тоҡло Ҡыш бабайҙар ифрат күп икән. Бының шулай икәнлегенә райондың мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үткән конкурс-парадта булғандан һуң тамам ышандыҡ.

Үҙәк район дауаханаһы, “Ҡарлуғас”, “Инеш” балалар баҡсалары, агросәнәғәт колледжы, Камай урта мәктәбе, үҙәк район китапханаһы, Үрге Сорокин ауыл мәҙәниәт йорто, Ҡыйғаҙытамаҡ ауыл клубы вәкилдәре үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте. Ҡыш бабайҙар парадында еңеүселәр дипломдар, бассейнға йөрөү өсөн сертификаттар менән бүләкләнде. Конкурс районда тәүге тапҡыр үткәрелһә лә, бик мауыҡтырғыс, сағыу тамаша булып хәтерҙә ҡаласаҡ.




Вернуться назад