Ситтән мөғжизә көтөп ятҡансы, уны үҙең тыуҙыр, тигән әйтем йәшәй. Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылынан Хәбир Мырҙабаев ошо рәүешле нисәмә йыл рәттән ауылдаштарын ҡыуандыра: ҡурсаҡтай өйө янында ҡарҙан эшләнгән һындар (улар һәр йылдың символына ярашлы, төрлө-төрлө), һырғалаҡ ҡалҡып сыға, гирлянда уттары балҡый.
“Афарин! Бына исмаһам атай!”, “Бигерәк матур, бөтөн ауылға йәм биреп тора!”, “Ҡулдарынан һөйөнһөн! Күп кешегә өлгө ул Хәбир ағай!”, “Шундай кешеләр күберәк булһын ине!” тип һоҡланыуҙарын йәшермәй бөрйәндәр был гүзәл күренешкә.
Хәбир Мырҙабаевтың өйө алдынан бар Иҫке Мөсәткә Яңы йыл кәйефе аңҡый.