Быйыл, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 25 йыллығына арнап, йәш рәссамдар араһында “Мин хоҡуҡ һәм бурыстар донъяһында” тигән конкурс иғлан ителгәйне.
Конкурсҡа 5-17 йәшлек балаларҙың 300-ҙән ашыу эше тәҡдим ителде. Бәйге йомғаҡтары буйынса туғыҙ ҡыҙ һәм малайҙар лауреат исеменә лайыҡ булды. Баҡалы сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Исламов, I дәрәжә лауреат исемен яулап, яҡташтарына ҙур һөйөнөс килтерҙе.