Һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ егеттәр31.12.2018
Республикала үткәрелгән граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Бәйгегә ҡатнашҡан 39 ир-егеттең ҡайһыһы иң яҡшыһы? Белгестәрҙең һәр береһе бурыстарын яҡшы белеүен, төрлө көтөлмәгән хәлдә лә юғалып ҡалмаясағын, дөрөҫ ҡарар ҡабул итәсәген күрһәтте.

Мәртәбәле сарала Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторҙың баш белгесе Алексей Фадеев еңеү яуланы.


Вернуться назад