Ауыл клубтарына субсидия буласаҡ31.12.2018
Ауыл клубтарына субсидия буласаҡБашҡортостанда киләһе йылда ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектын финанслау дауам итәсәк. Күләме 2018 йылғы кимәлдә һаҡланасаҡ. Был аҡса ауыл мәҙәниәт йорттарына ремонт һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға, балалар һәм муниципаль театрҙарҙа яңы тамашалар ҡуйыуға бүленәсәк. Был турала партия проектының төбәк кураторы Эльвира Айытҡолова һөйләне.

Ағымдағы йылда ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 115 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгәйне. Субсидияны 15 ауыл клубы, биш муниципаль һәм өс балалар театры алды.


Вернуться назад