Урындағы хакимиәттәрҙең эше йәнләнә25.05.2012
“Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль берәмек” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, конкурста еңеүселәргә Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткереп, республикабыҙҙың беренселәрҙән булып урындағы үҙидаралыҡтың килемен арттырыу буйынса үҙгәрештәр индереү зарурлығын күтәреп сығыуы, бының киләсәктә иҡтисадты нығытыуҙа үҙ һөҙөмтәһен бирәсәге хаҡында һөйләне.
— Был конкурс республика өсөн мөһим ваҡиға булды, урындағы властың эшен йәнләндереүгә этәргес бирҙе, халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәү зарурлығын раҫланы, — тип билдәләне ул.
Еңеүселәр иҡтисад, социаль үҫеш, инфраструктура, муниципаль хеҙмәт күрһәтеү, методик ярҙам, реформаны матбуғат биттәрендә яҡтыртыу кеүек 12 номинация буйынса билдәләнде. Муниципаль берәмектәр Советы ассоциацияһының идара рәйесе, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов билдәләүенсә, конкурста Өфө, Ағиҙел, Сибай ҡалалары, Благовещен, Ғафури, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Яңауыл, Шаран, Шишмә, Мишкә, Йәрмәкәй, Туймазы райондары дәррәү ҡатнашҡан.
Ғафуриҙан Сәйетбаба, Стәрлетамаҡ районынан Рощинский, Асҡындан Асҡын, Саҡмағоштан Иҫке Бәшир ауыл Советтары иң яҡшы ауыл биләмәһе булып танылды. Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, район һәм ҡалаларҙың сайттары ла билдәләп үтелде. Һәр номинация буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләк, Рәхмәт хаты тапшырылды.
И. АЙҘАРОВ.


Вернуться назад