Кәшкәләүҙәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ31.12.2018
Борай районының М. Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбе ошо көндәрҙә тантаналы шарттарҙа зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Был уҡыусы балалар өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды, һәр кемдең һөйөнөсө сикһеҙ. Улай ғына ла түгел, тиҙҙән Баҡалы, Кәшкәләү һәм Иҫке Ҡарағош ауылдары халҡын да ошондай уҡ ҙур ҡыуаныс көтә.

Изге эштәр 2016–2020 йылдарға иҫәпләнгән махсус программаға ярашлы алып барыла. Борай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов билдәләүенсә, ҡыҙ һәм егеттәр уңайлыҡтары булған мәктәптәрҙә белем алһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла, ауылдарға икенсе һулыш биреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

Әлеге матур яңылыҡты ишеткән борайҙар һәр йәһәттән дә көтөлмәгән шатлыҡтар йышыраҡ булһын тип юрай.


Вернуться назад