Бергәләп тотонғас...29.12.2018
Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылы халҡы янғын һүндереү машинаһы гаражына капиталь ремонт яһаған.

“Бинаға газ үткәрҙек, ремонтты “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы эшләнек. Проекттың хаҡы – 1 миллион 186 мең һум. Уларҙың 250 мең һумы – бағыусылар һәм ауыл халҡы аҡсаһы, 126 мең һумды район, ә 810 мең һумды республика ҡаҙналарынан бүлделәр”, – ти Мәтәүбаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Марат Зәйруллин.


700 кеше йәшәгән ауылда янғын һүндереү машинаһы бик кәрәк. Әле был ролде бензин ташыған машина үтәй. “Тик уны ҡыш файҙаланыуы ауыр, гараждың йылы булыуына ҡарамаҫтан, бактағы һыу туңыуы ихтимал. Программала киләһе йылда ла ҡатнашырға йыйынабыҙ, мәктәптә тәҙрәләр алмаштырырға кәрәк”, – тине хакимиәт башлығы.





Вернуться назад