Республикала шәхси йорттарға газ үткәреүгә сығымды субсидиялау буйынса пилот проектын ғәмәлгә индермәкселәр. Аҡса төбәк йәки муниципаль ҡаҙнанан бүленәсәк.
Субсидиялау зарурлығы йорттарҙың газ үткәргестәргә тоташыу әүҙемлегенең кәмеүенә бәйле. 2005 йылдан “Газпром” Башҡортостанда газ үткәреүгә 3,8 миллиард һум аҡса йүнәлткән, әммә инвестицияларҙың һөҙөмтәлелеге түбән булып сыҡҡан.
“Асыҡланыуынса, әле 22 мең йорт хужаһы газ селтәренә тоташырға теләй, әммә мөмкинлеге юҡ, – тине Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов. – Республика буйынса уртаса алғанда, селтәргә тоташыу хаҡы 125 мең һум самаһы. Күптәр өсөн был бик ҡиммәт, шуға күрә халыҡтың айырым категориялары өсөн субсидиялау алымын файҙаланып ҡарамаҡсыбыҙ”.
Әле илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ошо өлкәлә субсидия бирелә.