Ил Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында электр энергияһын (ҡеүәтен) иҫәпләү системаһын үҫтереүгә бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Документ электр энергияһын иҫәпләүҙең интеллектуаль ҡулайламаларына һәм системаларына берҙәм талапты ғәмәлгә индерә. Бынан ары ошондай приборҙарҙы ҡуйыу, файҙаланыу, тикшереү һәм алмаштырыу бурысы ҡулланыусынан тәьминәтсегә: күп фатирлы йорттарҙа – гарантиялаусы тәьминәтселәргә, башҡаларҙа иһә селтәр ойошмаларына йөкмәтелә, йәғни бындай ойошма иҫәп системаһын ҡуйыу-ҡуймауҙы үҙаллы хәл итә.
2020 йылдың 1 июленән ҡулланыусы ҡулайламаның сафтан сығыуы, уны яңынан ҡуйыу йөкләмәһенән тулыһынса азат ителә. Шул уҡ ваҡытта прибор ҡулланыусының ерендә йәки өйөнөң эсендә булһа, төҙөклөгө өсөн тап ул яуап бирә.
Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак әйтеүенсә, электр ҡеүәтен иҫәпләүҙең интеллектуаль ҡулайламаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә дәүләт йылына 70-80 миллиард һум аҡсаны һаҡлап ҡаласаҡ.