Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Сочи урамы аша йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлын һалырға ниәтләйҙәр. Ул киләһе йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Килешеүҙең хаҡы – 140 миллион 599 мең һум. Подрядсыны билдәләү буйынса аукцион 25 ғинуарҙа үткәрелә. Уға 110 метрлыҡ ер аҫты юлын һалыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу, коммуникациялар үткәреү бурысы йөкмәтелә.
Проект Өфө ҡалаһы бюджетынан финанслана.