Ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Думаһындағы фракцияһы етәксеһе Сергей Неверов баланы тәрбиәгә алған пенсионер ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен күтәрҙе. Бынан тыш, парламентарий дәүләт башлығы менән үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһын да телгә алды.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, аҫрауға бала алғандарға дәүләттән ярҙам күрһәтелә, йәғни пенсионер булһалар ҙа, улар эшләгән кеүек иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы индексацияланмай. Неверовтың фекеренсә, был ғәҙел түгел. Өҫтәүенә опекундарға дәүләттән түләнгән аҡса ла күп түгел – ни бары өс-дүрт мең һум ғына. Киләһе йыл эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау күләме уртаса мең һум тәшкил итәсәк. баланы тәрбиәгә алған өлкәндәр иһә ҙур ғына өҫтәмәнән мәхрүм ҡаласаҡ.
Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй Президенты Хөкүмәткә ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡушты.