Меладзе, Монсон, Доренко – төлкө бүректә29.12.2018
Валерий Меладзеға, Джефф Монсонға һәм Сергей Доренкоға башҡорт төлкө бүректәрен бүләк иттеләр. Башҡорт теле флешмобы йомғаҡтары буйынса уларҙы ошо рәүешле баһаланылар.

Хәтерегеҙҙәлер, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө айҡанлы флешмоб ойошторғайнылар. Был башланғыстың авторы “Башинформ” агентлығының Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов булды. Башҡортса видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙә урынлаштырып, #деньбашкязыка, #яратамбашҡортостанды, #башкруто хештегтарын ҡуйҙылар.

Валерий Меладзе республика халҡын башҡортса ҡотланы. Шатлыҡ-ҡыуаныс, уңыштар теләне. Билдәле спортсы һәм Рәсәй сәйәсмәне Джефф Монсон Виктор Цойҙың “Үҙгәрештәр” тигән йырынан өҙөктө башҡортса башҡарҙы. Журналист Сергей Доренко иһә башҡортса телмәр тотто.

Флешмобта еңеүселәргә башҡорт милли кейеме – елән, төлкө бүрек, “Бүреләр” төркөмөнөң дисктары, “Өфө” футбол клубынан сувенирҙар, Арыҫлан Бикбайҙан башҡортса асылмалар бүләк ителде. Флешмобта беренсе урынға башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Йосопова менән блогер Рәйес Ғәбитов лайыҡ булды.





Вернуться назад