Күңел һау булһын28.12.2018
Өфөлә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика клиник психотерапия үҙәгенең яңы корпусы асылды.

Был - “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” проектына ингән эре проекттарҙың береһе. Бында стационар шарттарҙа ике меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк (әлеге мөмкинлектәрҙән 600-гә күберәк).

Учреждениеның яңы корпусында көрсөк хәле, невроздар, аффект торошо, көндөҙгө, клиник диагностика лабораторияһы, функциональ диагностика һәм башҡа бүлектәр эшләйәсәк.


Вернуться назад