Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреү кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты Лилиә Фәйзуллина Ҡабан йылында тыуыуы менән үҙен бәхетле һанай.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаевтың ҡыҙы Лилиә: “Мин бала саҡтан атайымдың ҡыҙы булдым, һәр саҡ уның янында өйрөлдөм. Әсәйем Нурия Мөғин ҡыҙы ғүмере буйы балалар уҡытты. Берҙән-бер ҡыҙҙары булараҡ, улар миңә барыһын да бирергә тырышты, бар яҡлап һәләттәремде асып, үҫергә мөмкинлектәр тыуҙырҙы”, — тине.
Ҡабан йылында донъяға килгән Лилиә Рәдиф ҡыҙы эш һөйөүсән, тәртипте ярата. Ҡабандарға хас үҙенсәлектәрҙе үҙендә асыҡ тоя. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, коллективта дәртле, шаян һәм бар яҡлап өлгөр ханымды барыһы ла хөрмәт итә. Студенттары өсөн ул — тәжрибәле, үҙ эшен төплө белгән ғалимә генә түгел, ә уларҙы бар яҡлап аңлаған, терәк һәм кәңәшсе булған остаз да, шуға күрә уҡыусылары Лилиә Рәдиф ҡыҙына һәр саҡ кәңәш һорап килә.
Геройым кешеләге яһалмалыҡты, ике йөҙлөлөктө, ярамһаҡланыуҙы күрә алмай. Алдына ҡуйған маҡсатын ныҡышмалы рәүештә, эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға тырыша, башҡаларҙан да шуны талап итә.
Ҡабан байлыҡты сағылдыра, шунлыҡтан Лилиә Фәйзуллинаның рухи донъяһы ифрат бай: күренекле артист ҡыҙы булараҡ, театрҙарға йөрөргә ярата. Атаһының матур эҙҙәрен һаҡлаған Сибай сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша, үҙе лә бик матур итеп йырлай. Башҡорт халыҡ йырҙарын да, рус романстарын да берҙәй оҫта башҡарған Лилиә Рәдиф ҡыҙы атаһының юлын һайлаһа ла, юғалып ҡалмаҫ ине, моғайын.
Шәхси тормошонда ла бәхетле ул: ире Илдар менән баһадирҙай ике ул тәрбиәләй. Өлкән улдары Данил Башҡорт дәүләт медицина университетының бишенсе курсында белем ала, Асҡарҙары әле дүртенсе класта уҡый.
— Минең йылым үҙемә генә түгел, яҡындарыма ла уңыштар килтерһен, Яңы йылда һәммә кешегә сәләмәтлек теләйем! Ҡабан йомартлығын йәлләмәһен, донъялар имен булһын! – ти ул.