“Гөлсөм” матурлыҡ өләшә28.12.2018
Матур сәс, модалы прическа ҡатын-ҡыҙҙы күркәм, заманса итә. Быны һәр кем беләлер, моғайын. Ә бына һинең зауығыңа тура килтереп прическа яһаған парикмахерҙы нисек һайларға һуң?

Тәтешле ауылындағы гүзәл зат быны яҡ­шы белә. Улар, һис икеләнмәйенсә, “Гөлсөм” матурлыҡ салонына юл тота. Сөнки бында һәр кем сәсте үҙенә килешле итеп киҫтерә, бөтә шартына тура килтереп матур прическа яһата ала. Шартына, тигәндәй, эшкә барғандағы прическа менән тантаналарға юлланыу килешмәй бит инде. Байрамдар, туйҙар өсөн ҡупшы прическа­ларҙы салонда айырыуса ҙур оҫталыҡ менән яһайҙар.

Салондың асылыуына егерме йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Ошо осорҙа ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан бөҙрәханаһына әүе­релде. “Гөлсөм” тип исемләнеүе лә осраҡлы түгел. Ул — Гөлсөм Мөхәмәтғаянованың матурлыҡ салоны. Үҙ эшен асҡанға тиклем парикмахер була ул. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына матурлыҡ өләшеү теләге эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә көйләргә этәрә. Үҙе кеүек үк булдыҡлы Алтын Әбделкарамованы эшкә саҡыра.
Салонда сәс киҫтерергә, буятырға, заманса технологиялар буйынса бөҙрә­ләтергә, файҙалы процедуралар эшләтергә шарттар бар. Бындай мөмкинлектән күптәр теләп файҙалана. Шуға ла даими клиенттары бик күп.

Гөлсөмдөң ҡыҙы Әлмира ла әсәһе юлын һайларға ниәтләй. Әлеге ваҡытта ул ошонда уҡ администратор булып эшләй.
Сәс модаһы һәр саҡ үҙгәреп тора. Заман модаһына аҙымдаш булып, ауылдаштарына матурлыҡ өләшеү өсөн Гөлсөм Мөхәмәт­ғаянова Санкт-Петербургта белемен камиллаштырып ҡайтҡан. Күптән түгел “Эстель-Фест” фестивалендә ҡатнашҡан. Салон ишеген асып ингән һәр гүзәл зат тағы ла сибәрләнеп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерһен тип тырыша ул.


Вернуться назад