Изгелек ҡылыуҙа ярышайыҡ28.12.2018
Бөрйән районының Иҫке Монасип мәсете имам-хатибы Сабит хәҙрәт Бикмәтов мәрхәмәтле кешеләрҙән урындағы иман йортон тыш яҡтан ремонтлауҙа ярҙам итеүҙе һорай.

– Ғибәҙәтханабыҙҙан, әл-хәмдү лил-ләһ, халыҡ өҙөлмәй, – ти ул. – Аллаһ йортон матур­лау, күркәмерәк итеү йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарыла. Ауылдаштарыбыҙ ярҙамында бинаны эстән яңырттыҡ, биләмәне кәртәләп, проф­настил менән көпләп ҡуйҙыҡ. Ошо эштәрҙе башҡарыу өсөн өмәгә сыҡҡан, изге ғәмәлгә ва­ҡы­тын да, көсөн дә йәлләмәгән ҡәрҙәш­тәребеҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте насип булһын.

Хәҙер инде мәсет бинаһын тыштан яңыртып көпләү, ҡыйығын алмаштырыу бурысы ҡалды. Был хаҡта мәхәллә советының үткән йыйылышында фекер алышып, аҡса йыйырға һөй­ләштек. Теләге, мөмкинлеге булған ҡәрҙәш­тәре­беҙҙән ярҙам көтөп ҡалабыҙ.

“Милкегеҙҙән ни генә сарыф итһәгеҙ ҙә, ул үҙегеҙ өсөн. Аллаһ ризалығы өсөн ҡылынған яҡ­шылыҡ үҙегеҙгә тулыһынса кире ҡайтыр”, – тиелә Ҡөрьәндә. Изгелек эшләүҙә ярышайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һорау-тәҡдимдәр менән Сабит хәҙрәт Бикмәтовҡа (“Бәйләнештә”ге сәхи­фәһе – https://vk.com/id410916992) мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад