Донъя – һынау йорто. Ҡөрьәндә был хаҡта күп тапҡыр тәҡрарлана. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ауырлыҡ, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелә унда.
Белорет районының Боғанаҡ ауылында йәшәгән йәш әсә Алина Рәхимова ҙур бәлә кисерҙе: өйө, уның эсе-тышындағы бөтә нәмә янып юҡҡа сыҡты. Мәктәптә инглиз телен уҡытып, әле декрет ялында булған мосолман ҡәрҙәшебеҙ йәше лә тулмаған сабыйы менән урамда ҡалды.
Мохтаж ғаиләгә хәлебеҙҙән килгәнсә төрлө яҡлап (аҡса, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һ.б. менән) ярҙам күрһәтһәк ине. Матди булышлыҡ ҡылыу өсөн ҡатындың Һаҡлыҡ банкы картаһы һандары – 4817 7600 7806 3421 (Алина Айрат ҡыҙы Рәхимова).
Өммәтебеҙ именлеге нигеҙе – мәрхәмәтлектә, татыулыҡта, тип өйрәтә динебеҙ.