Ғаиләбеҙ менән кибеткә инеп барабыҙ. Беҙҙән алда – ҙурыраҡ ҡыҙлы атай-әсәй. Ишектән ингән ерҙә үк сағыу кәнфит ҡаптары, спиртлы эсемлектәр теҙелгән. Йәнәшәлә – икмәк бүлеге.
Беҙҙең менән бергә ингән пар шунда уҡ теге “ялтыр-йолтор”ҙар янында туҡталды. “Ҡыҙым, алайыҡмы?” – тип “балалар шампаны”на үрелде әсәй кеше. Шулай тәҡдим итеп торғанда, уның биш-алты йәшлек ҡыҙсығы нисек “Юҡ, кәрәкмәй” тиһен һуң. “Алайыҡ”, – тине. Төҫлө һүрәтле ат башындай шешә шулайтып үҙенә хужа табып та ҡуйҙы. Исмаһам, йәнәшәләге икмәк бүлегенән берәй күмәс йә перәник алһаларсы...
Йән әсене шул бер нисә секундлыҡ күренештән. Яныңда үҙ милләттәшеңдең башҡортсалап тороп балаһына эскегә юл ярып тороуы йөрәкте әрнетте. Аҡ ҡағыҙҙай саф күңелле бәләкәстәребеҙҙе үҙебеҙ үк таплай башлайбыҙ түгелме? Аҙаҡ зар илайбыҙ...