Яҡындарыбыҙҙы арыуҙан һаҡлайыҡ.Хеҙмәт һәм ял. Көн менән төн кеүек үк, тормошта уларҙың икеһенең дә үҙ урыны бар. Исламда ла был инҡар ителмәй.
Заман хикмәттәренең береһен иҫкә төшөрәйек. Уҡытыусы тәрән уйға батып ултырған малайға иғтибар иткән.
– Берәй нәмәгә борсолаһыңмы әллә? – тип һораған ул.
– Эйе. Атайым менән әсәйем өсөн ҡурҡам...
– Бәй, ниңә?..
– Атайым беҙҙе, балаларын, ашатыу-эсереү, кейендереү, уҡытыу өсөн өҙлөкһөҙ эшләй, төнгө сменаға сыға. Әсәйемдең дә бер ҡасан да бушағаны юҡ: бешерә, йыйыштыра, йыуа, тегә, бәйләй... Беҙ мохтажлыҡ кисермәһен өсөн баш күтәрмәй эшләйҙәр.
– Ә һине нимә хәүефләндерә һуң?
– Туҡтауһыҙ эшләүҙән арып, хәлдән тайып, беҙҙән ҡасып китеп ҡуймаһындар тием...
Йәнә бер хикмәт. Атай кеше, һәр ваҡыттағыса, эштән бик һуң һәм ныҡ арып ҡайтҡан. Уны ишек төбөндә биш йәшлек улы көтөп тора, ти.
– Атай, һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әйҙә.
– Һин эштә сәғәтенә күпме аҡса алаһың?
– Нимәгә ул һиңә? Унда ни эшең бар?!
– Кәрәк ине...
– 300 һум самаһы.
Малай, бер аҙ уйланып торғас, етди ҡарарға килгәндәй:
– Миңә 300 һум аҡса биреп тор әле, атай, – тигән.
– Ҡаңғыртма! – Арыған атай кешенең йәне көйә башлаған. – Ул хәтлем аҡса нимәгә һиңә?
– Һинең бер сәғәт эш ваҡытыңды һатып алырға. Иртәгә алданыраҡ ҡайт әле, атай, бергәләп ашарбыҙ, уйнарбыҙ...
Хикмәттәрҙән күренеүенсә, әҙәм балаһы тормошонда ялға урын булмауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙеңә генә түгел, тотош ғаиләңә ауырлыҡ тыуҙырыуың бар. Динебеҙ быны хупламай. “Ваҡыты-ваҡыты менән күңелегеҙгә лә ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, талсыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, күңел “һуҡырайһа”, бөтә тормошто “саңлауы” ихтимал.
Ошондай осраҡтар булмаһын өсөн, дин әһелдәре фекеренсә, тәү сиратта эшеңде яратыу, уны ниндәй маҡсатта башҡарыуыңды белеү зарур. Хеҙмәтеңдең асылына төшөнмәү, көсләп үтәү уны тағы ла ауырлаштыра. Өҫтәүенә түбән хаҡҡа эшләй икән, әҙәм балаһы физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә арыуға дусар булыр. “Хеҙмәт кешеһенә тире кипмәҫ борон уҡ хаҡ түлә”, “Ҡәнәғәтлек килтермәгән эш иманды кимерер”, “Кешенең көҙгөһө – уның шөғөлө: үҙен ихтирам итмәгән күңеле ятмағанды башҡарыр” һ.б. тиелә динебеҙҙә.
Хеҙмәт – Исламдың нигеҙе. Мосолман биш намаҙҙан ҡалған ваҡытын эштә үткәрергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, алда әйтелгәнсә, “күңелгә ваҡыты-ваҡыты менән ял биреп торорға кәрәк”. Һис шикһеҙ, алда көтөлгән байрам көндәренә лә ҡағыла был. Йыл башының бер нисә көнө дәүләт тарафынан ял итеү өсөн бирелгән икән, уларҙы матур итеп файҙаланырға тейешбеҙ. Туғандарҙың хәлен белешеү, балаларыбыҙ, ғаиләбеҙ менән аралашыу күңелгә айырыуса ҙур кинәнес бирер. Күптәр, айырыуса коллектив хеҙмәт башҡарғандар, эш мәлендә ундай күрешеүҙәргә, һөйләшеүгә тейешле ваҡыт бүлә алмайҙыр, шунлыҡтан ял көндәрендә ошо бушлыҡты ҡапларға ынтылыу зарур. Һөҙөмтәлә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә алдағы көндәргә яңы көс-ҡеүәт, бәрәкәт насип итер.
Шул уҡ ваҡытта йылды изге уй-теләк, яҡшы маҡсаттар менән башлайыҡ. “Кем дә кем алдына яҡшы ниәт ҡуя, уға өлгәшергә Аллаһ Тәғәлә ярҙам бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге маҡсат, бәрәкәтле хеҙмәт – тормоштоң алға барыуының төп нигеҙе.