Ҡышҡы каникулда йәнһүрәт ҡарайыҡ28.12.2018
2 – 8 ғинуарҙа Өфөләге “ВДНХ-Экспо” үҙәгендә урынлашҡан “Рәсәй – минең тарихым” паркы барыһын да “Союзмультфильм” киностудияһынан яңы йыл йәнһүрәттәрен, “Елки” фильмының бөтә өлөштәрен һәм “Время первых” картинаһын ҡарарға саҡыра.

Бында шулай уҡ парк экспозициялары буйлап мауыҡтырғыс экскурсия ойошторола. Ҡышҡы каникулда 18 йәшкә тиклемгеләр парк залдарына түләүһеҙ индерелә. Акция 14 ғинуарға тиклем дауам итә.


Вернуться назад