Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Йәшәргә яраҡһыҙ. Тик быны танымайҙар — Әсәйем — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны. Ул иҫке, 1800 йылда төҙөлгән, элек мәсет булған йортта йәшәй. Өй бик һалҡын, йылытыуы үтә ауыр. Хосусилаштырылмаған, майҙаны — 48 квадрат метр. Яңы торлаҡ алырға теләгәйнек, комиссия килеп тикшергәндән һуң, метраж етә, ә йорт ни бары 58 процентҡа иҫкергән, тинеләр. Әсәйемә — 82 йәш, уға был йортта йәшәүе ауыр. Юғары судҡа ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, башҡарма власть органдарына ла хат яҙҙыҡ, әммә ыңғай һөҙөмтә юҡ. Торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип кем таный һәм ниндәй ҡанундарға таянырға мөмкин? Ошо турала аңлатып яҙһағыҙ ине.
Дилара,
Учалы районы.
— Һеҙҙең һорауға яуап бирер алдынан “иҫке” һәм “авария хәлендәге торлаҡ” һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнәйек. Бының өсөн ҡануниәткә мөрәжәғәт итһәк, бинаны торлаҡ фондына индереү, йорттоң йәшәүгә яраҡһыҙлығын билдәләү һәм күп фатирлы йортто, авария хәлендә тип танып һүтеү тураһында 2006 йылдың 28 ғинуарында сыҡҡан 47-се положение бар. Унда теге йәки был йорттоң авария хәлендә икәнен раҫлаусы төп баһаламалар бирелгән. Торлаҡтың авария хәлендә булыуын таныу һәм уны һүтеү тураһында ҡарарҙы махсус ведомство-ара комиссия сығара. Шуға күрә йортоғоҙҙо емерелеү хәлендә тип теркәргә теләһәгеҙ, башҡарма власть органдарына ғариза яҙығыҙ һәм түбәндәге документтарҙы ҡушып һалығыҙ:
— фатирға хоҡуғығыҙҙы билдәләгән документтарҙың нотариус тарафынан раҫланған күсермәһе;
— техник паспорты менән бергә торлаҡ бинаның планы;
— фатирҙың техник паспорты;
— шулай уҡ күршеләрегеҙҙең һәм бүтән хужаларҙың торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип раҫлау хаҡында ғаризаһын һәм ялыуҙарын.
Ошо ғаризаға ярашлы, 30 көн эсендә йорттоң техник хәлен тикшереүсе комиссия төҙөлә. Уға төрлө ведомство ағзалары — урындағы үҙидара органы, санитария-эпидемиология күҙәтеүе, янғын хеҙмәте вәкилдәре, экологтар, ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошма хеҙмәткәре, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө комитеттарынан вәкилдәр һәм башҡалар инергә тейеш. Бынан тыш, комиссия составына тауыш биреү хоҡуғы менән торлаҡтың хужаһы ла индерелә.
Бинаны ҡарағандан һуң комиссия ҡарар сығара һәм биш көн эсендә уны ғариза биреүсегә танышыу өсөн ебәрә. Йорт авария хәлендә һәм һүтелергә тейеш тип табылған осраҡта, ҡануниәткә ярашлы, социаль яллау һәм ҡуртым килешеүҙәре өҙөлә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: комиссияның ҡарары менән риза булмаһағыҙ, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн бойондороҡһоҙ техник экспертиза үткәреү кәрәк.
Бүләк итеү яҡшыраҡ— Өс кеше исеменә хосусилаштырылған ике бүлмәле фатирҙа мин һәм бәлиғ булмаған ҡыҙым теркәлгән. Өсөнсө милексе — ике туған ағайыбыҙ — бүтән урында йәшәй. Фатирҙың берҙән-бер хужаһы тип ҡыҙыбыҙҙы ғына ҡалдырырға теләгәйнек, быны нисек эшләргә була? Ниндәй юл еңелерәк, тиҙерәк һәм арзаныраҡ?
Резида,
Өфө ҡалаһы.
— Һеҙҙең осраҡта бүләк итеү — иң яҡшы һәм еңел ысул. Берҙән-бер ауырлыҡты ҡыҙығыҙҙың бәлиғ булмауы ғына тыуҙыра ала. Әммә был мәсьәлә лә хәл ителерлек.