Өйҙөң ҡото, ғаиләнең ишәйеүе өсөн яуап бирә28.12.2018
Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың да шулай үтә, тиҙәр. Беҙҙе был һынамыш байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн үткәреү урынын, кейемде, меню һәм бүләктәрҙе алдан һайлап, яҡшы әҙерләнергә мәжбүр итә. Йыл уңышлы килһен өсөн бик күп ырымдарҙы, ышаныуҙарҙы, кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәк.

Киләһе йылда беҙҙе Ҡабан символы оҙатып йөрөйәсәк. Яңы йыл уңышлы һәм яҡшы хәл-ваҡиғаларға бай булһын тиһәгеҙ, уны дөрөҫ ҡаршылау кәрәк­леген дә белергә кәрәк. Сусҡа ихласлыҡты һәм изге күңеллелекте баһалай белә, дуҫлыҡты ярата, эс бошорғос яңғыҙлыҡты үҙһенмәй. Ысын дуҫлыҡтың, тоғролоҡтоң ҡәҙерен белеүселәргә йыл бик ыңғай буласаҡ. Ул — өйҙөң ҡото һәм ғаиләнең ишәйеүе, тыныслығы өсөн яуап биргән символ. Был йылда яңы танышыуҙар булыр, яңғыҙҙар үҙ иштәрен осратып, бәхетле йәшәп китер.

2019 — Һары ер ҡабаны йылы. Ул эшһөйәр, түҙемле һәм айыҡ фекерле кешеләрҙе яҡлай. Был йылда бизнес асыу, карьера төҙөү бик отошло. Финанс йәһәтенән яҡшы һәм тотороҡло булмаҡсы, тик аҡсаны һәр йәһәттән ныҡлы уйлап тотонорға кәрәк. Ғөмүмән, йылды ҡаршылыҡһыҙ һәм ҡырҡыу проблемаларға юлыҡмай үтеү өсөн йыл хужаһының күңелен йомшартырға ғына кәрәк.

Көслө һиҙемләүҙәре, маҡсатҡа ынтылыштары һөҙөмтәһендә Ҡабандар спортта, сәйәсәттә һәм ижади эштә уңышҡа өлгәшә ала. Уларҙың иң күренеклеләрен һанап китеү ҙә быны иҫбатлар: А. Моцарт, Э. Хемингуэй, Р. Рейган, А. Шварценеггер, Рәсәй Президенты Б. Ельцин, Башҡорт­остандың сәхнә йондоҙҙары З. Насретдинова, Ф. Ғафаров, Х. Үтәшев.

Ниндәй төҫтәрҙе үҙ итә йыл хужаһы? Иң төптәре — һары һәм алтынһыу. Шулай уҡ алһыу, йәшел, һоро (ер төҫө), терракот, шоколад, ҡәһүә, лимон, ҡом, хаки төҫтәрен ҡулланыу ҙа Ҡабанға бик оҡшар.

Нимә кейергә? Яңы йылды мотлаҡ өр-яңы кейемдә ҡаршыларға кәрәк, сөнки Ҡабан, тулы ғына булыуына ҡарамаҫтан, бик нәзәкәтле, зауыҡлы. Ҡатын-ҡыҙға килешле киске күлдәк, асыҡ төҫтәге төрлө тегелешле (волан, әберкә, киң еңле) блузка менән киң юбка, киң балаҡлы салбар, ҡыйыу рәүештә асыҡ төҫтәге колготки һәм легинс кейергә мөмкин. Шулай уҡ аяҡ кейеменә һәм биҙәнеү әйберҙәренә иғтибар бирергә онотмағыҙ.

Аяҡ кейеме уңайлы, замшанан йәки йомшаҡ күндән булһын. Биҙәүестәрҙең алтындан, ағастан, һөйәктән йәки керамиканан ҙур ғына итеп эшләнгәне яҡшы. Сағыу төҫтәге, биҙәкле клатч та образығыҙҙы байытыр. Прическа тәбиғи, ҡатмарлы булмаҫҡа тейеш. Үрергә, өйөп ҡуйырға, әҙ генә бөҙрәләтергә, таҫма, ҡыҫтырғыс, таж кеүек аксессуарҙар менән биҙәргә мөмкин. Күҙҙәрегеҙгә еңелсә иннек һөртөгөҙ.

Нимә бүләк итергә? Ҡабан һынын­дағы аҡса йыйғыс бик матур бүләк булыр. Был байлыҡты үҙеңә йәлеп итеү өсөн бетеү кеүек ҡабул ҡылыныр. Шулай уҡ йыл хужаһы төшөрөлгән статуэтка, йомшаҡ уйынсыҡтар, урын кәрәк-ярағы, һауыт-һаба, кейем бирергә мөмкин. Хәлегеҙҙән килһә, ҡыйбатлы антиквар әйберҙәр, алтын биҙәүестәр менән яҡындарығыҙҙы ҡыуандыра алаһығыҙ.

Аш-һыуҙан һығылған өҫтәлегеҙҙә сусҡа, ҡош ите булмаҫҡа тейеш. Балыҡтан, һыйыр итенән төрлө тәғәм әҙерләргә кәңәш ителә. Картуф, кукуруз, фасоль, борсаҡ, сәтләүек менән әҙерләнгән салаттар табынығыҙҙы биҙәһен. Менюла мотлаҡ винегрет булһын — ул йыл хужаһын һеҙгә ыңғайлатырға ярҙам итер.

Әҙерләгән аш-һыуҙы матур һауыт­тарға һалып, табынды дөрөҫ биҙәргә кәрәк, сөнки Ҡабан муллыҡты һәм матурлыҡты ярата. Емеш-еләк, төрлө һуттар — быларҙың береһенән дә ул баш тартмаҫ.

Ошо кәңәштәрҙе тотоп, байрамды күңелле итеп ҡаршылаһағыҙ, йыл хужаһы һеҙгә фатихаһын бирер һәм 12 ай буйына яҡшы хәл-ваҡиғалар менән ҡыуандырып торор.


Вернуться назад