Ошо көндәрҙә Учалы балалары ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Ҡаланың Ижад һарайында “Кванториум” технопаркы асылды. Ул, моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы, дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ һөҙөмтәһендә булдырылды.
Балалар технопаркы өсөн республика бюджетынан – һигеҙ, урындағы ҡаҙнанан 4,8 миллион һум аҡса бүленде, сығымдарҙың өс миллионын Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ өҫтөнә алды. Ошо аҡсаға роботтар конструкторлау өсөн йыйылмалар, электромоделдәр өсөн тупланмалар, һанлы программаға идара иткән фрезер һәм лазер станоктары, 3Д-принтерҙар, ноутбуктар, интерәүҙем таҡталар, виртуаль ысынбарлыҡ йыйылмалары, телескоптар, планетарий ҡайтартыла.
Балалар технопаркында дөйөм проекттар буйынса эш алып барыласаҡ. Уҡыусылар станоктарҙы үҙләштерәсәк, программалау, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары төҙөү оҫталығына төшөнәсәк. Дәрестәрҙә электрон схемалар, улар нигеҙендә ҡулайламалар төҙөргә, программалар яҙырға, компьютер селтәрен мөхәррирләргә өйрәнәсәктәр.
– Технопарк “квантум” тип аталған лабораторияларҙан тора – IT-квантум, робоквантум, космоквантум һәм Hi-Tech цехы. Уларҙың һәр ҡайһыһы балаларҙы ижади эшкә ылыҡтырырға, сәнәғәт секторында кәрәкле инженер һөнәрҙәре серҙәренә төшөнөргә ярҙам итәсәк. Кванториум быға тиклем эшләп килгән электро- һәм авиамоделләү, радиоспорт, компьютер грамоталылығы түңәрәктәре нигеҙендә асылды. Балаларға ул, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ, – ти ижад һарайы директоры Наил Ирмикимов.
Робоквантум лабораторияһы тураһында Учалы уҡыусылары күптән хыяллана. Улар бында Lego конструкторҙары нигеҙендә роботтар яһаясаҡ. “Робот техникаһы” берләшмәһе Ижад һарайында былтыр уҡ эшләй башлаған. Әйткәндәй, күптән түгел Учалыла уҙғарылған “Европа-Азия.
Офоҡтарҙы асып” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Рәсүл Ғәфүров һәм Данил Сәләхүтдиновтың эштәре 2-се дәрәжә диплом менән билдәләнә. Уҡыусылар, тау тоҡомон сығарғандан һуң, шахтала барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн ҡатнашма күләмен лазер сканеры ярҙамында билдәләгән роботлаштырылған платформа уйлап таба. Уларҙың идеяһы тау сәнәғәте белгестәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
“Кванториум” ғинуар айынан тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ. Учалы уйлап табыусыларының яңы асыштары, яңы ҡаҙаныштары алда әле.