Уның ҡулынан матурлыҡ тама.Районда үткән мәҙәни саралар, төрлө тамашалар тиһеңме, һабантуй булһынмы, йә иһә ауыл клубтарында ойошторолған тематик кисәләрме – барыһында ла уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тәү ҡарашҡа күҙгә күренмәгән кеүек тойолһа ла, кисәнең нисек үтеүе ысынында рәссам-биҙәүсенең фантазияһынан, уның оҫта ҡулы эшләгән декорация, плакат һәм сәхнә эмблемаларынан да тора.
Был йәһәттән Хәйбулла районының Аҡъяр мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләгән Раил Аллабирҙин һынатҡаны юҡ. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу. Ул да булһа, 1981 йылдан алып бөгөнгә тиклем район мәҙәниәт йортоноң рәссам-биҙәүсеһе.
Раил Ғибат улының эш бүлмәһендә – ижади тәртипһеҙлек: бер яҡта инде тамамланған һәм яҙыласаҡ мәҙәни сараға эмблема, икенсеһендә – уларҙы биҙәр өсөн тәғәйенләнгән багеттар, тағы ла арыраҡ – төрлө ҙурлыҡтағы буяу бумалалары һәм буяуҙар. Әҙер һүрәттәр ҙә өйөлөп ята. Бер яҡ ситтәрәк “Һылыуҡай”, “Көҙһылыу” конкурстарының, халыҡ театры артистарының ҡуйған спектаклдәренең декорациялары. Геройымдың тылсымлы ҡулдары менән сәхнә бер нисә секундта танымаҫлыҡ сүрәткә керә, сөнки спектакль барышында сәхнәне биҙәү, кәрәкле реквизиттар менән тулыландырыу ҙа тап уның яуаплылығында.
Стенала – рәссамдың үҙ ҡулы менән яҙылған күҙҙең яуын алырлыҡ Хәйбулланың ҡылғанлы сал далаһы, матур тәбиғәтте сағылдырған күренештәр. Тик Раил Аллабирҙинға төп эшенән бушап, ҡулына ҡылҡәләм тотоп, тыуған яғының сикһеҙ матурлығын данлаған пейзаж төшөрөп ултырырға тура килмәй. Уныһына ла буш ваҡытта йә төн йоҡоһо иҫәбенә генә тотона. Хәйер, үҙ эшен яратып һәм күңел һалып башҡара ул.
– Әгәр пейзажсы йәки портрет яһаусы бер йүнәлештә генә эш алып барһа, рәссам-биҙәүсе, декоратор өсөн офоҡтар киңерәк. Миңә буяуҙар донъяһында “йөҙөп” эшләргә мөмкинлек етерлек. Бында фантазияның булыуы ла, эште нескә тойоуың да, буяуҙар менән дөрөҫ эш итә белеүең дә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеү ҙә талап ителә, спектаклдәргә декорациялар эшләгәндә, шул осорға тап килгән әйберҙәргә өҫтөнлөк биреү мотлаҡ. Шулай уҡ заман талаптарына яуап бирерлек төрлө форматлы һүрәттәр эшләргә лә тура килә. Бөгөн күп осраҡта интернет ярҙамға килә, унан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, – ти әңгәмәсем.
Беҙ аралашҡан ваҡытта ла Раил Ғибат улы Яңы йыл тамашалары өсөн 2019 йылдың хужаһы – Ҡабан битлеген яһау менән мәж килә ине. Әйткәндәй, ул үҙе лә Ҡабан йылында тыуған. Уңған рәссам-биҙәүсе ҡулы менән ябай ғына материалдан “һә” тигәнсә күҙҙең яуын алып торған Йыл хужаһы битлеге килеп тә сыҡты.
Бүребай ауылында донъяға килгән Раил Аллабирҙиндың атаһы совхоз-колхоз рәйесе булғас, уға райондың төрлө ауыл мәктәптәрендә белем алырға тура килә. Әммә бер ҡасан да яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөүҙе ташламай. Малайҙарының матур рәсем яһауын күргән ата-әсәһе ул уҡырға төшмәҫ элек ҡалын бер дәфтәр һатып алып бирә. Күрәһең, ул ваҡытта альбом булмағандыр. Бер дәфтәр төшөргән һүрәттәрен әле лә һағынып телгә ала әңгәмәсем. “Атайым да оҫта рәссам ине, кис миңә аттар һүрәтен эшләп күрһәтер ине, ә мин икенсе көнө ул ҡайтҡансы уларҙы бер нисә тапҡыр төшөрөп ҡуя торғайным. Сана менән ат, сабып барған аттарҙы һүрәтләүҙе тап атайым өйрәтте. Мәктәптә уҡыған йылдарымда мәктәп стена гәзите рәссамы булдым, бөтә һүрәттәрҙе эшләү миңә йөкмәтелә ине. Һәр байрамда һүрәттәрем сәхнәне биҙәй торғайны”, – ти Раил Ғибат улы.
Магнитогорск ҡалаһындағы политехник училищены тамамлап, рәссам-биҙәүсе, декоратор дипломын алып ҡайтҡандан алып һөнәренә тоғро ҡала ул. Тормошонан да уңған: ҡатыны Филзә менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Айгөл, Миләүшә һәм Таңсулпандың барыһы ла бейеүсе, район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сиҙәм” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Раил Аллабирҙин – үҙе оҫта бейеүсе һәм йырсы, шулай уҡ ҡурайҙа ла уйнай.
Өс ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай бәләкәйҙән уларҙы һүрәт төшөрөүгә ылыҡтыра. Кем белә, бәлки, киләсәктә улар олаталарының юлын дауам итер.