Учалы оҫтаһы, һындар яһап, Башҡортостан данын яҡлай.Ирек Әсфәндиәровты Учалыла күптәр белә. Бына инде байтаҡ йылдар мәҙәниәт һәм ял паркында уның Яңы йылға арнап боҙҙан эшләгән һындары Гран-приға лайыҡ була. “Фәрештә донъяны ҡотҡарыр”, “Ожмах бәүелсәге”, “Пегас”, “Балыҡтар” һәм башҡа ҡабатланмаҫ композициялары йыл һайын учалыларҙың һөйөүен яулай.
– Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыға инем, хеҙмәт дәресен көтөп ала торғайным, ағастан төрлө һындар эшләргә яраттым, – ти Ирек Юлай улы.
Иманғол ауылында IX класты тамамлағас, егет Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының ҡулланма-биҙәү һәм халыҡ кәсептәре бүлегенә уҡырға инә. Бер дәресте лә ҡалдырмай, ихлас тырышып шөғөлләнә ул.
2006 йылда ҡулына диплом алғас, Магнитогорск дәүләт университетының “Һынлы сәнғәт һәм дизайн” факультетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә, бында ла һынатмай белем үҙләштерә егет. Бер үк ваҡытта Учалы художество мәктәбенә эшкә урынлаша һәм тиҫтә йылдан ашыу кескәйҙәрҙе сәнғәт серҙәренә төшөндөрә.
– Буш ваҡытымда ағастан төрлө ҡош, хайуан һындары эшләргә яратам. Һорап килеүселәрҙе лә кире бороп сығармайым.
Ысынлап та, алтын ҡуллы егеттең йортона йәнлектәр “ҡунаҡҡа килгән” тиерһең – үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итәһең: бер мөйөштә жираф, эргәһендә ҡауҙы, өҫтәлдә сәтләүек “кимереп” ултырған тейен...
Ә ҡыш Ирек боҙҙан төрлө һындар яһай. Был эш менән ул инде 13 йыл шөғөлләнә.
– Яңы йыл алдынан район кимәлендә уҙғарылған конкурста көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Башта бер ниндәй ҙә урын тәтемәне, балта менән генә маташтыра инем. Тора-бара оҫтарып алдым, интернеттан алған мәғлүмәт тә ярҙам итте, ҡорамалдар даирәһе лә киңәйҙе: бысҡы, лобзик менән тотона башланым.
Ирек Әсфәндиәров 2012 йылдан алып боҙҙан һындар яһау буйынса төрлө Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша башлай. Тәүге тапҡыр Байкал күлендә ойошторолған ярышта көсөн һынап ҡарай ул. Интернеттан сара тураһында уҡығас, оҙаҡ уйлап тормай, “Гәлсәр нерпа” тип аталған боҙ скульптуралары яһау буйынса бөтә донъя чемпионатының һайлап алыу турына сығып китә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән өс-дүрт кешенән торған командалар сығыш яһай конкурста. Башҡортостан данын Ирек бер үҙе яҡлай. Әйткәндәй, бәйге шарттары буйынса, командаға исем кәрәк була – оҙаҡ уйлап тормай, уны егет “Ирәмәл” тип атай. Ярыш аҙна буйы бара, тәҡдим иткән “Ожмах күле” композицияһын жюри ағзалары ла, халыҡ та юғары баһалай.
Бынан һуң ҡанаттары үҫкән егет дәртләнеп әллә күпме конкурста ҡатнаша. Салехард, Новосибирск, Петрозаводск ҡалаларында үҙен һынап, тәжрибә туплай, оҫталығын арттыра.
Былтыр Ирек үҙенең дуҫы һәм фекерҙәше, оҫта ҡуллы Илшат Билалов менән Яҡутстанға барып ҡайта. “Яҡут гәүһәрҙәре ” тип аталған бөтә донъя боҙ һәм ҡарҙан эшләнгән скульптуралар конкурсында Ҡытай, Монголия, Франция, Голландия, Эстония, Белоруссиянан һәм илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән алтмыштан ашыу оҫта ҡатнаша. Конкурс шарттарына ярашлы, ике кешенән торған командалар өс көн эсендә боҙҙан “Яҡутстан йөрәге” темаһына композиция эшләргә тейеш була. Бының өсөн егеттәр иң тәүҙә интернет аша яҡуттарҙың тарихы, йола-традициялары менән таныша. “Халыҡтар берҙәмлеге” тип атай улар эштәрен.
– Борон яҡуттар ағас һәм туҙҙан эшләнгән ҡыуыштарҙа йәшәгән, “уласа” тип йөрөткәндәр уны. Ат бәйләр өсөн һәр уласа эргәһендә бағана – серге ултыртыр булғандар. Бөгөн серге милли традицияларға нигеҙләнгән мәҙәниәт һәм архитектураның киң таралған элементына әйләнгән. Композицияны эшләгәндә беҙ тап уны файҙаланырға булдыҡ. Серге өҫтөндәге ҡояш, уның тирәләй ете ромб һындары аша республикала йәшәгән төп халыҡтарҙы күрһәтергә, ә бағананы уратып аҡҡан Лена йылғаһын кәүҙәләндереп, уның был ерҙәрҙең йәшәү сығанағы икәнлегенә ишара яһарға тырыштыҡ, – ти Ирек.
Егеттәрҙең эше барыһына ла, бигерәк тә яҡуттарға оҡшай. Ә быйыл декабрь башында боҙҙан һындар яһау буйынса халыҡ-ара конкурс йәнә Салехардта уҙғарыла. “Рәсәй-Ҡытай – бер юлда” тип атала сараның темаһы. Унда дүрт илдән иң көслө тип табылған 11 команда көс һынаша.
Был юлы үҙенә ярҙамсы итеп Ирек Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән ике туған ағаһы Азат Әхмәтйәновты алып бара. Буш ваҡытында боҙ һындарын эшләргә яратҡан ағаһы, ял осоро булғас, шатланып риза була. Туғыҙ көн буйы егеттәр Ҡытай аждаһаһын һынландырыу өҫтөндә эшләй. Оҙонлоғо – биш, бейеклеге өс метр булған мөһабәт скульптура килеп сыға. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй, призлы урын алмаһалар ҙа, баһалама ағзалары Башҡортостан оҫталарының эшен юғары баһалай. Был юлы ла әллә күпме дуҫ-фекерҙәш табып, донъя күреп, дәртләнеп ҡайта егеттәр.
– Һеҙгә күп ерҙәрҙе күрергә, төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә, ниндәй ваҡиға хәтерегеҙҙә уйылып ҡалды? – тип һорайым әңгәмәсемдән.
– Байкалда уҙғарылған конкурстың һуңғы этабы ине, композицияларыбыҙҙы эшләп бөткәйнек инде, көтөлмәгән хәл булды. Байкал күле үҙенең “фиғелен” күрһәтте: ер тетрәнеме ул, нимә булғандыр, уныһын аңлап та бөтмәнек, күк күкрәгәндәй тауыш сыҡты ла аяҡ аҫтындағы боҙ шатырлап ярылды. Красноярск ҡалаһынан килгән команданың скульптураһы тулыһынса ишелеп төштө. Минең композициям аҫтында ла боҙ сатнап, ҡайһы бер элементтары һынды. Бына шундай күңелһеҙерәк хәлдәр ҙә була, ә, дөйөм алғанда, һәр ерҙә лә бик йылы ҡаршы алалар, яңы таныштар, яңы ҡалаларҙы күреү аң даирәһен киңәйтә, яңы эштәргә, идеяларға этәргес бирә, – ти Ирек Әсфәндиәров.
Фестиваль-конкурстар, ғәҙәттә, ҡырыҫ тәбиғәтле ерҙәрҙә уҙғарыла, аҙналар буйы асыҡ һауала, сатнама һыуыҡта, хатта кистәрен фонарь яҡтылығында ла боҙҙан мөғжизә тыуҙыра оҫталар. Билдәле, бындай шарттарҙа һаулыҡтары ныҡлы булған кешеләр генә эшләй ала. Ирек сәләмәт тормош яҡлы, спортты күптән үҙ иткән: буш ваҡыттарында тренажер залында, бассейнда шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта уҡ-ян менән дә ҡыҙыҡһына башлаған.
Йәй айҙарын да буш уҙғармай егет, күптән түгел ул бетондан һындар яһау алымын үҙләштергән. Ҡаланың үҙәк урамындағы айыуҙарҙың, арыҫландарҙың, кеҫәрткенең, балалар китапханаһы алдындағы китап менән өкө һындары – Иректең тырышлығы һөҙөмтәһе.
– Бетон менән эшләү еңелерәкме, әллә боҙ менәнме? – тип һорайым оҫтанан.
– Бетонды ҡулланыу оҙағыраҡ ваҡыт талап итә, тәүҙә металдан каркас яһайһың, скульптураны эшләгәс, кибеүен көтәһең, шымартаһың, буяйһың – мәшәҡәте лә күберәк. Ә боҙ тиҙ ватылыусан, мурт булһа ла, киҫәктәрҙе бер-береһенә йәбештереүе бигүк ауырлыҡ тыуҙырмай: яҡшы итеп шымартаһың да араһына юғары баҫым аҫтында шприц йәки пипетка менән һыу ебәрәһең.
Киләсәккә ниндәй пландар менән янғанын да ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән.
– Ҡалабыҙ тағы ла гүзәлерәк булһын өсөн, бетондан тематик композиция эшләү хыялым, бынан тыш, сит илдә уҙғарылған берәй конкурста ла көсөмдө һынап ҡарарға ине иҫәп, – тине Ирек.
Бына шундай егәрле, юғары маҡсаттар менән янған, оҫта ҡуллы егет йәшәй Учалыла. “Тырышҡандың даны сыға” тиҙәр, Иректең Башҡортостаныбыҙҙы тағы ла юғарыраҡ даирәләрҙә танытасағы алда әле.