Бүләгең аша күңелеңде ас28.12.2018
Яңы йыл алдынан бер-береңә бүләктәр бирешеү күптән матур ғәҙәткә ингән.Мысыр пирамидаларында “Яҡшы Яңы йыл теләйем” тигән яҙыулы вазаларҙың табылыуы был һәйбәт йоланың элек-электән килеүен раҫлай. Римда емеш-еләк һәм бал иң яҡшы бүләк булып һаналған.

Монголияла ХVIII быуатта Яңы йылдың беренсе көнөндә императорға аҡ төҫтәге туҡыма һәм ҡиммәтле таштар бүләк иткәндәр.

Һәр илдең үҙенсәлеге бар. Әйтәйек, Англияла байрамға барғанда ҡунаҡ үҙе менән бер киҫәк күмер ала. Йәнәһе, был йортта ут бер ҡасан да һүнмәһен. Ҡытай кешеһенә сәғәт бүләк итһәң, ул быны кәмһетеү тип ҡабул итеүе ихтимал. Ҡытайса ул “йыназа” тигәнде аңлата. Японияла хризантема сәскәләре бүләк итергә ярамай, был император ғаиләһе вәкилдәренә генә рөхсәт ителә. Америкала үткер әйбер бүләк итеү үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе боҙоу тип баһалана.

Хеҙмәттәштәреңә ниндәйҙер зин­нәтле кәнсә тауарҙары, картина йәки үҙең эшләгән әйберҙәрҙе бүләк итергә мөмкин. Гүзәл заттар өсөн иң ҙур бү­ләк — сәскә. Ир-атты — ҡырыныу әй­берҙәре, төрлө одеколон, ҡыҙҙарҙы ҡиммәтле косметика, уның исеме яҙылған сынаяҡ менән ҡыуандырырға була. Ә бына ҡатын-ҡыҙға ҡыйбатлы хушбуй, ирен буяғыс бүләк итеү килешмәй.


Вернуться назад