“Иң йылыһы” – Альп тауҙары28.12.2018

- Беҙҙең эраға тиклем 600 йыл элек беренсе тапҡыр Ҡытайҙа боҙҙан йорттар төҙөй башлайҙар, әммә матурлыҡ өсөн түгел, ә яңы тотҡан балыҡтарҙы һаҡлау өсөн;

- ХVII быуатта шул уҡ Ҡытайҙа боҙҙан фонарь яһау киң тарала, бының өсөн махсус туңдырылған боҙ киҫәген тишеп, уның эсенә янып торған шәмде урынлаштырыр булғандар;

- Рәсәйҙә беренсе тапҡыр “Боҙло йорт” тип аталған архитектура ҡоролмаһы 1740 йылда батшабикә Анна Иоанновна әмере буйынса төҙөлә, күп тә үтмәй, боҙҙан биналар һәм скульптуралар эшләү традицияһы һүнеп ҡала һәм ХХ быуаттың икенсе яртыһында ғына тергеҙелә башлай;

- 1963 йылда Харбинда беренсе боҙ скульптуралары фестивале уҙғарыла, был ваҡытҡа эште еңеләйткән байтаҡ электр ҡоралдары киң ҡулланыла;

- Скульптура эшләү өсөн быуа йәки күлдәге боҙҙо ғына ҡулланалар, йылғалағы боҙҙа төрлө ҡатнашмалар бар һәм тейешле ҡалынлыҡта булмай тип иҫәпләнә;

- Төҫлө скульптуралар киң танылыу ала, бының өсөн боҙҙо тыштан түгел, ә эске яҡтан буяйҙар, һөҙөмтәлерәк булһын өсөн һыуға сәскәләр һәм емеш-еләк һалып туңдыралар;

- Һуңғы йылдарҙа Себер төбәктәрендә туристар ағымын йәлеп итеү маҡсатында боҙҙан ҡунаҡханалар эшләү киң тарала;

- Боҙлоҡтарҙа һыу күләме ҡоро ерҙәгегә ҡарағанда ете тапҡырға күберәк. Ер йөҙөндәге бөтә боҙлоҡтар иреһә, донъя океаны кимәле 800 метрға күтәрелер ине;

- Боҙҙарҙың температураһы төрлө ерҙә төрлөсә. Мәҫәлән, Антарктидала – 60 градус, Гренландияның боҙо “йылыраҡ” – 28 градус, ә “иң йылы” боҙ Альп тауҙарында – ни бары 0 градус.


Вернуться назад