Ниндәй улар “ҡабандар”?28.12.2018

Намыҫлылар, ярҙамсылдар, ғәҙелдәр...

Ҡабан йылында тыуғандар изге күңелле, намыҫлы, ғәҙел, ярҙамсыл булыуы менән айырыла. Улар яҡындары өсөн бөтәһенә лә әҙер, дуҫ-туған йәнлеләр. Башҡарған хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡарайҙар, әммә улар өсөн ғаилә ҡиммәттәре – һәр ваҡыт беренсе урында. Аҡыллылар, ләкин артыҡ ихлас, мәле менән хатта бер ҡатлы булыуҙары арҡаһында йыш алданалар. Хәйләкәрлек сифаты уларға һис хас түгел, шуға күрә сауҙагәрҙәр араһында ҡабандар һирәк осрай.

Улар – яҡшы адвокаттар, ғәҙел судьялар, ғалимдар, яҙыусылар, инженерҙар. Күңелдәренә ижад донъяһы – сәнғәт, әҙәбиәт яҡын. Ниндәй һөнәр эйәһе булыуҙарына ҡарамаҫтан, шиғыр яҙырға, рәсем төшөрөргә, матурлыҡ тыуҙырырға һәләтлеләр. Һәр төрлө тамашаларға, концерт-спектаклдәргә йөрөргә яраталар.

Ҡабан йылында тыуған ҡатын-ҡыҙ – хәстәрлекле хужабикә һәм әсә. Тормошҡа айыҡ ҡарауы, әҙәплелеге менән һоҡландыра. Ә ир-егеткә дәрт-дарманлылыҡ, яңылыҡҡа ынтылыусанлыҡ, бер аҙ романтик холоҡ хас. Яңы идеялар менән үҙҙәре генә тоҡанып ҡалмай, башҡаларҙы ла әйҙәй беләләр.

Ә хәҙер һүҙҙе Ҡабан йылында тыуған кешеләргә бирәйек. Йондоҙнамәгә ышаналармы, ҡыҙыҡһыналармы? Ниндәй хистәр менән ҡаршылай улар үҙҙәренең йылын? Ниндәйерәк “ҡабан” улар? Яңы йылдан нимә көтәләр?


Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:

— Ҡабан йылында тыуғас, ошо мөсәлгә бәйле яҙмаларҙы йыш уҡырға тура килә. Уларҙа Ҡабан изге күңелле, тыныслыҡ яратҡан, тоғро хайуан булараҡ бәйән ителә. Уйлап ҡарайым да, ошо һыҙаттар минең холҡома ла тап килә.

Дуҫтарҙы алмаштырып бармайым, ниндәйҙер сәбәп менән үҙҙәре хушлашмаһа, уларға тоғро ҡалам. Бала саҡтан, йәшлектән килгәндәре бар, хеҙмәт юлдарында осрағандары ла бихисап, шуға күрә Ҡабан ныҡ тоғролор, тип уйлайым. Икенсенән, уның таҙалыҡ яратҡаны билдәле, аҡыл яғынан да яҡшы хәтерле.

Үҙемә ҡалһа, низағты яратмайым. Бөтә нәмәне лә һөйләшеп, тыныс ҡына хәл итеп була. Хоҙай ни өсөн кешегә тел биргән һуң? Ләкин ҡурҡаҡ та түгелмен.

Йәнә һәр ваҡыт кемделер үҙ ҡанатым аҫтына алам. Мәктәптә уҡығанда насарыраҡ өлгәшкән­дәргә терәк булырға тырыштым. Хатта минең ярҙамға мохтаждар үҙенән-үҙе пәйҙә була, махсус рәүештә эҙләп йөрөйһө лә түгел. Йәш ижадташ дуҫтарыма ла һәр ваҡыт ихлас мөнәсәбәттәмен.
Ҡабандар ризыҡты морондары менән һөрөп йөрөп таба. Миңә лә бер нимә лә еңел бирелмәй, барыһы ла хеҙмәт, ауырлыҡ аша килә. Шулай ҙа яҙмышыма үпкәләмәйем. Тормош һәүетемсә китеп бара. Иң мөһиме – донъялар имен торһон.


Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Йондоҙнамәне ярым шаярыу аша ҡабул итәм. Әлбиттә, күҙгә эләкһә, уҡыйым, әммә мөкиббән китеп ышанмайым.

Ҡабандарға хас иң төп сифаттарҙың береһе тоғролоҡ тип иҫәпләйем. Шулай уҡ улар һәр эште эҙмә-эҙлекле башҡарырға ярата. Тура һүҙлеләр, алдына алған маҡсатына ирешмәйенсә туҡтамайҙар. Һунарға сыҡҡан ҡабан да кәртәләргә ҡарап тормай һәр ваҡыт туп-тура алға бара, ҡайһыһын өҫтән емереп, ҡайһыһын аҫтан ҡаҙып үтә, әммә ситкә тайшанмай. Тормошта ана шул туралыҡ ҡамасаулап та ҡуя.

Яңы йыл байрамына килгәндә, ул – беҙҙең өсөн көтөп алған, яратҡан ғаилә байрамы. Мәктәптә уҡыған йылдарҙан Ҡыш бабай булырға тура килде. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов башлап ебәргән тәүге Президент шыршыһында ла ошо ролде башҡарыуым иҫтәлекле ваҡиға булып күңелгә уйылған. Унда улдарым менән уйнаным. Артабан да әллә күпме байрамдарҙа, ҙур һәм бәләкәй тантаналарҙа Ҡыш бабай булдым. Реабилитация үҙәктәренә, дауаханаларға саҡырһалар ҙа, баш тартмайым, балаларға Яңы йыл кәйефе бүләк итеп ҡайтам. Бәләкәй саҡтарында улдарымды ҡотлаһам, хәҙер ейәнсәрҙәремдең Ҡыш бабайға яҙған хатын уҡып, уларҙың хыялын ысынбарлыҡ итеүҙән ҡыуаныс кисерәм. Ейәнсәрҙәремдең өсәүһе лә Ҡыш бабайға ышана.

Әйткәнемсә, һәр Яңы йылды ғаиләбеҙ менән бергә ҡаршылайбыҙ. Үҙебеҙгә күрә матур ғына йолаларыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, ололар алдан үҙ-ара һөйләшеп, әкиәт геройҙары булып кейенеп, 10-15 минутлыҡ әкиәт йәки ҡыҙыҡлы хәл сәхнәләштерәбеҙ. Бәләкәстәребеҙ шул тиклем яратып тамаша ҡыла. Бер-беребеҙгә изге теләктәр еткерәбеҙ, бүләктәр тапшырабыҙ.

Ғөмүмән, Яңы йыл – мөғжизәүи байрам. Балалар ғына түгел, ололар ҙа унан ниндәйҙер тылсым, яҡшы үҙгәрештәр көтә. Үҙемдең йылыма ла яҡты өмөттәр бағлайым. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо айҡанлы Мәскәү, Санкт-Петербург, Улан-Удэ, Ҡазан ҡалаларына ҙур гастролдәр планға алынған. Өҫтәүенә Театр йылы башлана. Алла бирһә, ғүмеремдең 60 йәшлек үренә аяҡ баҫам. Әммә күңелем менән үҙемде 45-тә итеп тоям, көҙгөгә баҡһам ғына, был кем ҡарап тора икән ул, тип аптырайым (көлә – авт.).

“Башҡортостан”ды уҡыусыларға ла һәр ваҡыт шулай йәш күңелле, оптимист рухлы булыуҙарын теләйем. Яңы йыл көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, бәрәкәтле һәм ҡотло булһын!


Фәүзиә ЛАТИПОВА, журналистика ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты:

– Йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһынам, әгәр гәзит-журналда, интернетта осраһа, мотлаҡ уҡыйым. Беҙ йәш саҡта, совет осоронда, был күренеш бөтөнләй булманы. 90-сы йылдарҙа тәүге йондоҙнамәләр килеп сыҡҡас, бигерәк мауығып киткәйнем. “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән осорҙа оҙаҡ йылдар ошо рубриканы алып барҙым. Әммә әле, йәшәлгән ғүмер бейеклегенән ҡарап, тормошта күп нәмә кешенең үҙенән тороуын яҡшы аңлайым.

Йондоҙнамә тураһында һүҙ сыҡҡас, бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә төштө. Яңы йыл байрамына ғаилә дуҫтарыбыҙ Менәүәрә һәм Фазлетдин Ислаховтар (Башҡортостан Гербының авторы) саҡырҙы. Ҡабан йылын ҡаршыларға йыйынабыҙ. Минең йондоҙнамәгә иҫем китеп ышанған сағым. Алдан “Ҡабан бутҡа ярата, өҫтәлгә ошо ризыҡты ҡуйһағыҙ, йылығыҙ муллыҡта үтер” тигәнде уҡығайным. Сәғәт уҡтары 12-не һуғыр алдынан, Менәүәрәнең рөхсәте менән хужабикә ролен алып, тиҙ генә тары бутҡаһы бешерҙем. Яңы йылдың тәүге минуттарында, изге теләктәр теләп, табындаштарымды бутҡа менән һыйланым. Ошо ваҡиғаны шул байрамда бергә булған дуҫтарыбыҙ әле лә матур хәтирә итеп иҫкә алыусан. Шул тиклем күңелле булғайны: Фазлетдин мәрхүмдең гармун моңдары, Менәүәрәнең сыңғырап торған моңло тауышы әле лә ҡолаҡта сыңлап киткәндәй...

Ҡабандарға киң күңеллелек, эшкә бирелгәнлек, яуаплылыҡ хас. Ҡайһы берҙә үтә бер ҡатлы булып китәбеҙ, шул арҡала зыян күреп тә ҡуябыҙ. Тағы ла беҙҙең йылда тыуғандар тоғро кешеләр тип уйлайым. Мәҫәлән, 1947 йылғыларҙы алып ҡараһаҡ, 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлаған класташтарымдың барыһы ла парлы ғүмер итә, айырылышҡандар бөтөнләй булманы тиерлек.

Йәшерәк саҡта Яңы йылды күберәк дуҫтар, йәштәштәр менән ҡаршы алһаҡ, балалар үҫеп, айырым сыҡҡас, уларҙы үҙебеҙҙең янға йыйырға тырышабыҙ. Өс ҡыҙыбыҙ, кейәүҙәребеҙ, ете ейән-ейәнсәребеҙ ҡайтып төшһә, өй эсе байрамса йәмгә, шатлыҡҡа күмелә. Балалар шиғыр уҡый, беҙ бүләктәр әҙерләйбеҙ.

Беҙ – һуғыштан иҫән ҡайтҡан ир-егеттәрҙең вариҫтары, еңеү балалары, тыныслыҡтың, икмәктең ҡәҙерен белеп үҫкән быуын. Шуға күрә теләктәрем дә бөтә донъя, ил ғәмдәренә бәйле. Илебеҙ халҡына тыныс, аяҙ күк аҫтында йәшәргә яҙһын, кешеләрҙең көнкүреше яҡшырһын. Йәштәребеҙ үҙ ерендә эшле булһын, яҡшы хеҙмәт хаҡы алһын. Бөтәһенә лә именлек, һаулыҡ, етеш тормош теләйем!


Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ, виртоуз ҡумыҙсы:

– Йондоҙнамәгә ышанып бармайым, шулай ҙа күреп ҡалһам, уҡыйым. Насарыраҡ нимә яҙылһа ла, яҡшыға юрайым, үҙемде ыңғай юҫыҡҡа көйләйем.

Минең менән бер осорҙа тыуғандарҙан – 1971 йылғыларҙан сығып фекер йөрөткәндә, шуны әйтә алам: ҡабандар – ныҡ эшһөйәр халыҡ. Йәштәштәремдең күбеһе – һайлаған һөнәрендә уңыш ҡаҙанған, эшен бөтә күңелен һалып башҡарған кешеләр. Маҡсатҡа ынтылыусандар, был сифат минең үҙемә лә хас.

Яңы йыл – әлбиттә, ғаилә байрамы. Беҙ уны кәләшем, балаларым менән йә Өфөлә ҡаршы алабыҙ, йә атайым янына ауылға ҡайтабыҙ. Атайыбыҙға 87 йәш, ул иҫән-һау сағында эргәһендә йышыраҡ булырға тырышабыҙ. Ғаиләлә 11 бала үҫтек, шуға күрә туғандар менән билдәләгән байрамдар ҙа бик күңелле, матур үтә. Мин Ҡыш бабай булып кейенәм. Бәләкәйерәк саҡта ҡыҙым: “Ҡыш бабай минең атайыма ныҡ оҡшаған”, – ти торғайны. Быйыл да костюмымды әҙерләп ҡуйҙым. Мотлаҡ бүләк бирешәбеҙ, уны алдан уйлап, кәрәкле әйбер һайларға тырышабыҙ.

Уҙып барған йыл беҙҙең өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Иң ҙур уңышыбыҙ – Башҡортостан Башлығы призына үткәрелгән “Өлгө ал” республика конкурсында еңеү яулауыбыҙ. Әле шул сертификатҡа автомобиль һатып алып, ҡыуанып йөрөгән сағыбыҙ. Шулай уҡ быйыл, тәүәккәлләп, үҙебеҙҙең шәхси эште асып ебәрҙек.

Яңы йылға ла яҡты өмөттәр бағлайбыҙ. Йыл артынан йыл үтеп кенә тора, иң мөһиме – һау-сәләмәт, имен-аман булайыҡ. Алдыбыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларға ирешеп йәшәйек! Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”ды уҡыусыларға иң матур, иң изге теләктәр юллайым!


Айбулат СӘСӘНБАЕВ, йәш шағир:

– Йондоҙнамәгә бөтөнләй ышамайым, әммә “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы булараҡ, эфирҙа уҡырға тура килә.
Ҡабан йылында тыуған кешеләргә килгәндә, уларға хас дөйөм һыҙат – тура һүҙлелек, хатта бер аҙ дыуамаллыҡ.

Күптәр кеүек мин дә Яңы йылды ғаилә байрамы тип ҡабул итәм. Сибайға ҡайтып, яҡындарым менән табын янына йыйылыуҙан, бер-беребеҙҙе ҡотлап, матур теләктәр еткереүҙән күңелемә дәрт-илһам алам. Унан инде төнгө сәғәт 2-лә Үҙәк майҙандағы шыршы янында дуҫтар менән осрашабыҙ.

Быйылғы йылды матур хәтирәләр менән оҙатам, ул минең өсөн ныҡ уңышлы булды: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланым, рәсми рәүештә “Юлдаш” радиоһында эш башланым, ә иң оло ҡыуанысым – “Күләүектәге йондоҙҙар” исемле тәүге китабымды ҡулыма алдым.

Яңы йылда барыһына ла уңыштар, бәхет, шатлыҡ теләйем. Ҡабан кеүек, бер нимәгә ҡарамай, һәр ваҡыт алға барайыҡ, тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренә бирешмәйек!


Вернуться назад