Комил СИРАЖЕТДИНОВ,
“Хазина тур” турист компанияһының генераль директоры:
– Ислам дине раҫлауынса, йылдар араһында айырма юҡ, шуға күрә һәр мөсәлдән тик изгелек көтәбеҙ. Тырышып эшләһәң, бар өлкәлә лә алға китеш була. Быйыл төбәк өсөн еңелдән булманы, шуға ла Ҡабан йылында беҙҙең республика алдынғылар рәтенә әйләнеп ҡайтһын, тип теләйем.
Әле иҡтисадта ла тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелә, ай һайын үҙгәрештәр булып тора, шуға ла уның һулышына яраҡлашып, заман елен тойоу мөһим. Һәр кем үҙ алдында яуаплылыҡ тойоп, республикабыҙҙың абруйын күтәреү өсөн тос өлөш индерһен.
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәте Швейцария, Австрияныҡы менән сағыштырырлыҡ, шуға күрә уның гүзәллеге хаҡында туристар донъяһына еткереү өсөн тырышабыҙ. Төбәктә туризм үҫешһә, тәбиғәтте лә һаҡлаясаҡбыҙ. Билдәлелек алған тәбиғи ҡомартҡыларҙы ни тиклем күберәк кеше белһә, улар шунса яҡлаулы буласаҡ. Еребеҙҙе туристар мәккәһенә әйләндерергә кәрәк. Ул саҡта турфирмаларҙың эшмәкәрлеге генә түгел, ресторан, ҡунаҡханалар бизнесы, сувенирҙар эшләү шөғөлө лә үҫәсәк. Ауыл кешеһе етештергән милли ризыҡтарға ла ихтыяж артасаҡ, сөнки туристарға сифатлы туҡландырыуҙы ойоштороу талап ителә. Ошо күҙлектән сығып фекер йөрөтһәк, бөгөнгө менән генә йәшәргә ярамай, киләсәкте лә уйлайыҡ.
Беҙ эске туризмды үҫтереү маҡсатында эшләйбеҙ. Төбәккә килгән ҡунаҡтар һаны йылдан-йыл арта, әммә киләһе йылда был ағымды тағы ла күбәйтеү бурысы тора. Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе, Павловка, Нөгөш һыу һаҡлағыстарына кеше күп килә. Ил күләменә күҙ һалһаҡ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Соль-Илецк ҡалалары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Яңы йылды Өфөлә ҡаршыларға теләгәндәр араһында Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән туристар күп. Улар ҡунаҡханаларға урынлашып, байрамда ҡатнаша. Республиканың үҙенсәлекле ял яратҡан кешеләре Яңы йылды Бөрйән районында ҡаршыларға теләй, шулай уҡ Ҡазан, Сочи, Санкт-Петербург ҡалаларына юллана.
Ҡабан йылы муллыҡ, именлек, ырыҫ килтерер, тип өмөтләнәбеҙ. Минең өсөн дә ул уңышлы булыр тип ышанам.