Хәрәкәтсән, эҙләнеүсән булығыҙ!28.12.2018

Хәйбулла районының Һамар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль КӘРИМОВ:
– Тиҙҙән Ҡабан йылына аяҡ баҫабыҙ, уға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Миңә ҡалһа, йылдың йәнлек исеме менән аталыуы шартлылыр. Уның ҡарауы, һәр кем алдына төрлө маҡсаттар ҡуйып йәшәргә тейеш, уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға бурыслы.

Тормош үҙенә күрә ҙур көрәш майҙанына тиң. Әгәр ҙә инде һин бәйгелә еңеүсе икән, шунан артығы кәрәкмәйҙер ҙә. Беҙгә килгәндә инде, төрлө ниәт-бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, “Урындағы, башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы буйынса эш эҙмә-эҙлекле дауам итә. Һамар – ҙур ауыл, балалар һаны ла артҡан­дан-арта. Малай һәм ҡыҙҙар ауылдың ял урыны эргәһенән мәктәпкә үтеп-һүтеп йөрөй, белем усағына яҡшы кәйеф менән килеп инә. Хәйер, бүтән ваҡытта ла унан йәш-елкенсәк өҙөлмәй. Ул әле төҙөкләндерелә, матурая, киләсәктә тағы ла күркәмләнәсәк.

Тырышһаң, була: ҡасандыр беҙ­ҙән йыраҡ түгел бер ҡасаба­лағы таш­ландыҡ урын күҙ менән ҡаш араһында гөл баҡсаһына әүерел­гәйне. Яңы тәпәй баҫҡан­дар өсөн эшләнгән майҙансыҡтан алып өлкәндәргә хәтлем уңай­лыҡтар булдырылды. Был урын да унан һис ҡайтыш булмаҫ, балалар майҙан­сығынан тыш, йәштәр күнекмә үт­кәрһен өсөн махсус спорт ҡора­малдары урынлаштырыла. Тирә-йүнгә үҫенте­ләр ултыртыу – бу­рыстарҙың береһе, ял зонаһы кәртәләп алынды.

Өҫтәүенә күптән түгел Тана­лыҡ йылғаһы аша заманса күпер һа­лынды. Юғиһә ярҙың был яғын­да – мәктәп, балалар баҡса­һы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ә теге яҡта клуб, сиркәү урын­лашҡан. Булды шундай өҙөклөк­тәр: һыу ташҡан саҡта балалар уҡырға йөрөмәне хатта, ә хәҙер ундай проблема төшкә лә инмәйәсәк.

Бына шулай ҡабан сусҡаһы ши­келле йүгереп йөрөйбөҙ. Ет­мә­һә, был йәнлек шикелле эҙлә­неү­сәнлек һәм хәрәкәтсәнлек сифаттарын үҙләштермәһәң, заман менән бергә атлау мөмкин түгел.

Ҡабан йылы муллыҡ вәғәҙә итә, тиҙәр. Уның бәрәстәре айырыуса күп була, бер һүҙ менән әйткәндә, ныҡ үрсемле йәнлек. Үҙ сиратында, ишле ғаиләләрҙең күп булырына ла юрайым. Гәзит уҡыусыларҙың барыһына ла бай тормош теләйем. Яңы йыл менән!


Вернуться назад