Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында үткән “Киләсәк мәғарифы” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә абитуриенттарҙы Көньяҡ Уралдағы юғары уҡыу йорттарына йәлеп итеү, вузды тамамлаған йәштәрҙе предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эш менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Сарала Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура, Әбйәлил, Учалы, Белорет райондары вәкилдәре ҡатнашты.
– Сарала урындағы хеҙмәт баҙары ихтыяждарын күҙаллау, кәрәкле һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләүгә айырым маҡсатлы заявкалар төҙөү йәһәтенән муниципаль берәмек етәкселәренең яуаплылығын арттырыу бурысы ҡуйылды, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин.
Фекер алышыу аҙағында “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар тейешле резолюция ҡабул итте. Уның үтәлешен парламент депутаттары махсус контролгә аласаҡ.