Һөйөнсө! Пенсия арта27.12.2018
1 ғинуарҙан эшләмәгән пенсионерҙарҙың аныҡ билдәләнгән түләүҙәрен иҫәпкә алып, страховка пенсияһы 7,05 процентҡа индексацияланасаҡ.

Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, сумма һәр кемгә шәхси ҡарала һәм пенсияһы күләменән сығып иҫәпләнәсәк. Арттырылған пенсияны почта элемтәһе ойошмалары яңы йылдың 3 ғинуарынан уҡ тарата башлаясаҡ.

Эшләгән пенсионерҙар өсөн индексация тәртибе үҙгәрмәйәсәк. Индексацияны иҫәпләп, арттырылған пенсия эштән киткәс кенә түләнәсәк.

Дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар һәм социаль пенсиялар эшләгән һәм эшләмәгән пенсионерҙар өсөн 2,4 процентҡа 1 апрелдән индексацияланасаҡ. Пенсия артыу 98,6 мең пенсионерға ҡағыласаҡ. Бының менән бер рәттән социаль пенсия үҫешенә бәйле булған башҡа түләүҙәр ҙә индексацияланасаҡ.




Вернуться назад