Завод эшмәкәрлеге туҡтатылды27.12.2018
Суд приставтары “Сибай быраулау реагенттары заводы”ның эшмәкәрлеген туҡтатып тора.

Сәнәғәт предприятиеһы һауаға рөхсәтһеҙ бик күп миҡдарҙа бысратыусы матдәләр сығарған. Һөҙөмтәлә ҡалала көкөрт еҫе таралған. Атмосфера һауаһын тикшергәс, унда завод сығарған углерод оксидының норманан 4,1 тапҡыр артыҡ булыуы асыҡланған.

Завод етәксеһенә зарарлы матдәләр сығарыу сығанаҡтарын файҙаланыуҙы 90 тәүлеккә тыйырға һәм етешһеҙлекте төҙәтеү сараһын күрергә ҡушылды. Суд приставтары суд ҡарарының үтәлешен даими контролдә тотасаҡ.



Вернуться назад